Бөгөн Күсей ауылы халҡы үҙенең ҡәҙерле улы, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Кинйәбаев Таһир Юлай улын һуңғы юлға оҙатты.
Матәм митингыһында район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы рәйесе Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары хәрби комиссары Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов, Баймаҡ район советы секретары вазифаһын башҡарыусы Иҙел Данил улы Әбүбәкеров, батырҙың ауылдаштары, туғандары, хеҙмәттәштәре , дуҫтары ҡатнашты.
Барлыҡ район халҡы исеменән Таһирҙың әсәһе Рәхимә Мөжәүир ҡыҙының, атаһы Юлай Сәлимйән улының, ағаһы Ильназдың, ҡатыны Айсиләнең , барлыҡ дуҫтары - туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ һәм түҙемлек бирһен! Таһир беҙҙең күңелдә батыр, тәүәккәл Тыуған ил һаҡсыһы, һәр ваҡыт йылмайып торған егет, ярҙамсыл дуҫ,, сәхнәләрҙә бөркөттәй осоп йөрөп бейегән бейеүсе булып хәтерҙә ҡалыр!
Тыныс йоҡла, батыр яугир!
Һәләк булған бар яугирҙәребеҙҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ныҡ булығыҙ!
Махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә именлек-һаулыҡ!