Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡшы һауа торошо көтә.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25 градус.
Шәмбе, 1 июндә, яуым-төшөмһөҙ була, Башҡортостандың көньяғында бер аҙ ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ урыны менән талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көнсығыш райондарҙа +3 градусҡа тиклем. Көндөҙ +21, +26 градус.
Йәкшәмбе, 2 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Көньяҡта бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ урыны менән талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көнсығыш райондарҙа +3 градусҡа тиклем. Көндөҙ +23, +28 градус.