+24 °С
Ямғыр
Был аҙнала Иҫән ауылында Башҡортостан Республикаһының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте дәүләт бюджет учрежденияһы йылдағыса сираттағы халыҡтың күпләп ял итеү урындарында Талҡаҫ күле төбөн таҙартыу эштәрен башҡарҙы.
Мәғлүм булыуынса, Талҡаҫ күле күптәрҙең яратҡан ял итеү урыны. Үкенескә ҡаршы күлгә теләһә нәмә ташлаған, үҙҙәрен тәртипһеҙ тотҡан туристар ҙа бар. Талҡаҫыбыҙ киләһе быуындарға ла ҡалһын өсөн уға ихтирамлы ҡарашта булайыҡ.
Тирә-яҡты таҙартыу, йылға-күлдәрҙе һаҡлау "Экология" милли проектына ингән.