Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
31 Мая 2024, 14:25

Тағы ла үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән

Машиналар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килгән...

Тағы ла үлемесле юл фажиғәһе теркәлгәнТағы ла үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән
Тағы ла үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән

Асҡын районында 31 майҙа иртән юл фажиғәһе теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Яугилде - Щучье Озеро автомобиль юлының 36-сы саҡрымында ҡапма-ҡаршы килгән Hyundai Creta менән Hyundai Accent бәрелешкән. Hyundai Accent водителе, 34 йәшлек Ҡариҙел районы егете ашығыс ярҙам килгәнсе үк йән биргән. Икенсе водитель дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Ялыбыҙ бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!

Автор:
Читайте нас