Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Май 2024, 10:00

Быйыл талпандар тиҙерәк туйған...

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, мөрәжәғәт итеүселәр 31,2 процентҡа аҙыраҡ...

Башҡортостандың медицина ойошмаларына миҙгел башынан талпан ҡаҙалып 3754 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың һәр өсөнсөһө — бала.

Был хаҡта Роспотребнадзорҙың төбәк буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.

- Уҙған йыл менән сағыштырғанда, мөрәжәғәт итеүселәр 31,2 процентҡа аҙыраҡ, — тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Белгестәр кәңәш итә: урманға барғанда үҙегеҙ менән акарицид һәм репеллент сараларын алырға онотмағыҙ. Һәр 15-20 минут һайын үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы талпандарға ҡарап тороғоҙ. Талпан табылған осраҡта уны тикшереүгә тапшырырға кәңәш ителә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас