+24 °С
Ямғыр
Районыбыҙҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 4 бала тормоштарында бәхетле ваҡиға булды. Улар үҙҙәренең буласаҡ фатирҙарына асҡыс алды.
Район хакимиәте башлығы асҡыстатҙы тапшырып, иң изге теләктәрен еткерҙе:
- Был һеҙҙең тормошоғоҙҙа яңы этап, үҙ торлағығыҙҙы үҙләштереү һәм төҙөкләндереү менән бәйле. Был фатирҙарҙа һеҙ ғаилә уңайлылығы булдырып, өйҙәрегеҙҙә балалар көлөүе яңғыраһын. Торлаҡтарығыҙҙы һаҡлағыҙ, был йорттарҙа тәртип булыуы мөһим. Ҡотлайбыҙ!
Изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. бәхетле булығыҙ!
А. Юлдашбаев фотоһы.