Башҡортстанда 14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған. Пациентны ашығыс рәүештә Республика балалар клиник дауаханаһына килтергәндәр. БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры социаль селтәрендәге битләүендә хәбәр итеүенсә, стационарга килтергәндә врачтар үҫмерҙең хәлен ауыр тип билдәләгән. Бала күп йәрәхәттәр алған һәм яңағында ҙур шартлау яраһы булған. Уның ете теше юҡ, ә муйынында һәм йөҙендә бешкән урындар бар.
"Теш-йөҙ хирургияһы бүлегендә уға өскө яңағын тергееү буйынса бер нисә операция яһағандар, һөҙөмтәлә оҙаҡ ваҡыт реабилитация үткән. Республика балалар клиник дауаханаһы врачтары тырышлығы мелән үҫмер электрон тәмәке шартлауының күренеп торған эҙҙәреннән ҡотоған, әмма тулыһынса һауығыу өсөн йыллап ваҡыт талап ителәсәк”, — ти ведомство етәкесһе.
Сығанаҡ һәм Фото: Айрат Рәхмәтуллин, ТГ