Мәләүездә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған бала менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Баҡалы районында йәшәгән 27 йәшлек ир «Лада Приора» руле артында велосипедта ете йәшлек ҡыҙҙы тапаған. Ауыр йәрәхәттәр алған ҡыҙ дауаханаға оҙатыла. Киске сәғәт туғыҙ тирәһендә ул, аңына килмәйенсә, медицина учреждениеһында вафат булды, тип хәбәр итә дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
Прокуратура балаға һөжүм итеү шарттарын асыҡлауҙы контролдә тота.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйге каникул башланды. Балаларға юл хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртегеҙ! Велосипедта оло юлға сығырға рөхсәт итмәгеҙ. Йорт алдында йөрөгәндә лә абай булһындар.
Һәләк булған бәләкәстең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.