+21 °С
Болотло
Бөгөн иртәнсәк Балтас районының Ташлыйылға ауылында автомобиль янған, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ир юл буйындағы кафе эргәһендәге парковкала ял итергә туҡтаған һәм үҙенең "Лада Веста" автомобилендә йоҡлап киткән. Машина янған. 25 йәшлек водитель әсе төтөн һулап, дауаханаға оҙатылған», — тип мәғлүмәт бирә ҡотҡарыусылар. Янғынды ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр һүндергән.
Юлдағыларға - хәйерле юл! Имен-һау булығыҙ!