+21 °С
Болотло
Рәсәй Президенты Владимир Путин инвалидтарҙың, шул иҫәптән инвалид балаларҙың пенсияларынан һәм өҫтәмә түләүҙәренән бурыстарҙы тотоуҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы.
Текст рәсми хоҡуҡи акттар порталында баҫылған.
Яңы закон түләтеү тыйылған килемдәр исемлеген киңәйтә. Хәҙер уларға түбәндәгеләр ҡарай:
инвалидлыҡ буйынса социаль пенсия;
пенсияға федераль социаль өҫтәмә;
пенсияға төбәк социаль өҫтәмәһе;
инвалид балаларға өҫтәмә түләүҙәр;
эшкә яраҡһыҙ инвалидтарға өҫтәмә түләүҙәр.