Рәсәй Президенты Владимир Путин һәләк булған хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына бер үк ваҡытта ике пенсия алырға рөхсәт иткән законға ҡул ҡуйҙы.
Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Законда һәләк булған бер нисә категория хәрбиҙәрҙең ҡатындары ике шарт менән ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия аласаҡ — улар ҡабаттан никахҡа инмәгән һәм 23 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарай, улар ҙа пенсияға хоҡуҡлы.
Һүҙ саҡырыу буйынса хеҙмәт үткән, шулай уҡ ирекле формированиеларҙа ҡатнашҡан, шул иҫәптән хәрби операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ҡатындары тураһында бара. Һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары, уларға ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия тәғәйенләнә, был түләүҙе алыуҙы дауам итә. Шулай итеп, ғаиләгә бер үк ваҡытта ике пенсия түләнә.
Закон 2025 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.