+21 °С
Болотло
Бөгөн район хакимиәтендә милләт-ара мәсьәләләр буйынса координация советының һәм дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса комиссияның берлектәге ултырышы үтте. Уның эшен район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкләне. Фәнис Ғәбдрәшит улы беҙҙең районда 18 милләт вәкиленең дуҫ һәм татыу йәшәүен билдәләне. Беҙҙең тормошобоҙ ҙа, яҙмышыбыҙ ҙа, байрамдарыбыҙ - уртаҡ һәм татыулыҡта, теләктәшлектә үтә, тине ул.
Ултырыш барышында район биләмәһендә милләт-ара һәм конфессия-ара конфликттарҙы иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау мәсьәләләре ҡаралды.