+21 °С
Облачно
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26 градус, төньяҡ-көнсығышта +16-ға тиклем.
30 майҙа ла урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, аяҙытҡанда +2-гә тиклем. Көндөҙ +17, +22, көньяҡта +27 градус.
31 майҙа Башҡортостанда төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11, көнсығышта +1 градус. Көндөҙ +21, +26 градус.