Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Май 2024, 12:10

Биш йөк машинаһы төкөшкән

М-7 «Волга» автомобиль юлының 1205-се саҡрымында DAF, Mercedes, Mitsubishi Canter, «МАЗ» һәм Sitrak маркалы ҙур йөк машиналары бәрелешкән.

Биш йөк машинаһы төкөшкәнБиш йөк машинаһы төкөшкән
Биш йөк машинаһы төкөшкән

Илеш районы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре биш йөк машинаһы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, М-7 «Волга» автомобиль юлының 1205-се саҡрымында DAF, Mercedes, Mitsubishi Canter, «МАЗ» һәм Sitrak маркалы ҙур йөк машиналары бәрелешкән. Mitsubishi Canter водителен ашығыс ярҙам бригадаһы медиктары ҡарай.

Ваҡиға урынында автоинспекция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар эшләй. Реверсив хәрәкәт ойошторолған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас