+21 °С
Болотло
Кисә Балтас районында тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында боҙборсаҡ яуған. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙә фотоһүрәттәр менән бүлешкән.
Кисә кис көнө республикала һауа торошо боҙолдо, йәшенле ямғыр, боҙборсаҡ яуҙы. Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Мишкә, Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл райондарының 49 ауылында электр тәьминәте өлөшләтә йәки тулыһынса зыян күргән. Бөгөн дә синоптиктар йәшен вәғәҙәләй, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.