+21 °С
Болотло
Рәсәй ғаиләләрендә өс бала булыуы нормаға әйләнә бара, тип белдерҙе ил президенты Владимир Путин «Ата-әсәлек даны» һәм «Герой-Әсә»ордендары менән бүләкләнеүселәрҙең ғаиләләре менән осрашыуҙа.
Уның билдәләүенсә, Рәсәйҙә хәҙер 2 миллиондан ашыу күп балалы ғаилә бар, был һан һуңғы йылдарҙа дүрттән бер өлөшкә тиерлек артҡан. "Өс йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә нормаға, тәбиғи йәшәү рәүешенә әүерелергә тейеш. Беҙ тап ошо йүнәлештә барабыҙ. Илдә ғаиләләрҙә мөмкин тиклем күберәк бала тыуһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Был, минеңсә, беҙҙең дәүләт сәйәсәтенең төп бурысы, киләсәккә, киләсәк өсөн эшләү», — тине Путин.