+21 °С
Болотло


Район башлығы Фәнис Әминев бөгөн иң-иң әсәйҙәрҙе ҡотланы:
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сираттағы Указы менән «Әсәлек даны» миҙалына районыбыҙҙың биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 8 ҡатын-ҡыҙы лайыҡ булды. Республикабыҙҙа әсәләргә, күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүленеүе ҡыуандыра һәм хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Һеҙҙе награда алыуығыҙ менән ҡотлайым. Был награда һеҙҙең “әсә булыу” тигән донъялағы иң яуаплы һәм изге бурысты лайыҡлы атҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт символы булһын. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
А. Юлдашбаев фотоһы.