Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Мая 2024, 06:26

Мәктәп яны лагерҙары старт алды

Ҡаланың 5-се мәктәп яны лагеры быйыл «Дуҫлыҡ» тип аталды. Бында 6 отрядта 120 бала ял итә. Лагерь иртәнге 9-ҙан башлана. Бында балалар көндө иртәнге күнекмә менән башлап ебәрә. Был ваҡыт эсендә 2 тапҡыр ашханала ашап алалар. Шулай уҡ тамаҡ ялғап алыр өсөн сок менән йәшелсә-емеш тә бирелә. 

Мәктәп яны лагерҙары старт алдыМәктәп яны лагерҙары старт алды
Мәктәп яны лагерҙары старт алды

 

Лагерҙа 2 вожатый, 12 тәрбиәсе, инструктор эшләй. Быйыл бындағы лагерҙың начальнигы булып Зөлфиә Ринат ҡыҙы Абдрахимова эшләй. 

Уҡыусыларҙы был лагерҙа ребустарҙан, КВН-дан һ.б. торған ҡыҙыҡлы дәрестәр ҙә көтә. Шулай уҡ «Йәш техниктар», «Йәш натуралистар» станциялары, балалар ижады үҙәге, район һәм балалар китапханаһы, «Ғаилә» үҙәге, халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре, артистары килеп, матур саралар үткәрәсәк. 

«Йәншишмә» гәзите журналисы Р. Йәмлихин балалар өсөн түләүле дискотека үткәрәсәк. Билет һатылған аҡсаға аҙ тәьмин ителгән, аталары МХО-ла хеҙмәт иткән ғаиләләргә гәзиткә подписка бүләк ителәсәк.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас