Новости
28 Май 2024, 12:55

ГАИ - әйләнеп ҡайтты

Рәсәй ЮХХДИ-һы рәсми рәүештә Дәүләт Автоинспекцияһы (ГАИ) тип үҙгәртелә. Әйтергә кәрәк, нисәмә йылдар буйы халыҡ телендә юл ҡағиҙәләрен һаҡлаусылар ГАИ булып ҡалғайны бит...

Рәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт Автоинспекцияһы (ГАИ) тип үҙгәртелә, исеме ҡануниәт менән раҫлана, тип белдерҙе ведомство начальнигы Михаил Черников. Ул бөтә норматив-хоҡуҡи документтарҙың яңы исемде иҫәпкә алып барылыуын хәбәр итте

"Беҙ хәҙер Дәүләт Автоинспекцияһы булдыҡ, ЮХХДИ-ны алып ташлайбыҙ, ҡануниәт менән раҫланыҡ. Милицияны, белмәйем, әммә Дәүләт Автоинспекцияһы бар инде", - тип ТАСС Черниковтың һүҙҙәрен килтерә.

Дәүләт автомобиль инспекцияһы, ГАИ булараҡ билдәле, 1936 йылда ойошторола. 1998 йылда ул дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы тип үҙгәртелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас