Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Май 2024, 11:25

Балалар йәйгеһен эшләй ҙә ала

Йәйге эшкә урынлашыу варианттарын 14 йәштән өлкән балалар ҡарай ала. Министр билдәләүенсә, балиғ булмаған хеҙмәткәрҙәр эш хаҡынан тыш мәшғүллек үҙәгенән матди ярҙам алыуы мөмкин. Был тулы айҙа яҡынса 1,8 меңдән 2,8 мең һумға тиклем. 

Башҡортостанда йәйге каникул ваҡытында уҡыусыларға 3600-ҙән ашыу вакансия ҡаралған. Уларҙың барыһы ла республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мәғлүмәт базаһында теркәлгән. Йәйге эшкә урынлашыу варианттарын 14 йәштән өлкән балалар ҡарай ала, тип хәбәр итте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә.

"Эш биреүселәр үҫмерҙәргә вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы тултырыусы, курьер булып эшләргә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, иген ағымында эшләргә тәҡдим итәсәк. Ә каникулдың бер өлөшөн эшкә бағышларға теләгән балаларға ышаныслы һәм һыналған эш биреүсене табырға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ярҙам итәсәк. Уларға онлайн — „Рәсәй Эше“ https://trudvsem.ru/ порталы аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тип яҙҙы ул.

Министр билдәләүенсә, балиғ булмаған хеҙмәткәрҙәр эш хаҡынан тыш мәшғүллек үҙәгенән матди ярҙам ала ала. Был тулы айҙа яҡынса 1,8 меңдән 2,8 мең һумға тиклем. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй республиканың 10 меңдән ашыу уҡыусыһы тәүге хеҙмәт тәжрибәһен туплап өлгөрҙө.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас