+21 °С
Болотло
Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәгендә яңы ҡорамалдар ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға тәүге операция яһалды. Баланы ҡотҡарып ҡалалар һәм уға сәләмәт йәшәү мөмкинлеге бирәләр.
“Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" программаһы ярҙамында беҙгә үпкәләрҙе яһалма елләтеү өсөн өс аппарат һәм наркоз-һауыҡтырыу аппараты килде. Беҙ яңы ҡорамалдар менән тәүге операция яһаныҡ», — тип аңлатма бирҙеләр медицина үҙәгендә.
Фото:Республиканский клинический перинатальный центр в Уфе.