Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май , 14:10

Яугир өйләнде

Ағымдағы йылдың ғинуарынан взвод командиры булып хеҙмәт итә. Туй көнөндә яугир 24 йәшен дә билдәләне...

Яугир өйләнде
Яугир өйләнде

«Башҡорт» позывнойлы яугир өйләндею Сибай ҡалаһы егете ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Былтыр яҡташыбыҙ РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтын тамамлаған. Ағымдағы йылдың ғинуарынан взвод командиры булып хеҙмәт итә. Туй көнөндә яугир 24 йәшен дә билдәләне.

Шул уҡ көндө махсус операцияла ҡатнашыусы йәнә бер егет мөнәсәбәттәрен законлаштырҙы, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яңы ғаиләләрҙе хакимиәт башлығы Азамат Юлдашбаев ҡотланы. Яугирҙарға хеҙмәт һәм хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, яугирҙәр! Никахтарығыҙ ныҡлы, ғүмерле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: