+21 °С
Болотло
Сибайҙа бөгөн көндөҙ Белов урамында 70 йәшлек водитель «Лада Калина» руле артында, фаразлауҙар буйынса, боролошта ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Ниссан Террано»менән бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһында «Лада Калина» автомобиле водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола.
Һәләк булған кешенең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Юлдар хәйерле булһын!