Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Май 2024, 10:03

Баймаҡ китапханасылары – иң яҡшыһы!

Был хаҡта беҙҙең сайтта: 

“Иң яҡшы китапхана” һәм “Иң яҡшы китапханасы” республика конкурсында баймаҡтар еңеү яуланы. “Иң яҡшы китапхана” исеменә Ишмырҙа ауылының китапханаһы билдәләнде. Фондта 11334 китап иҫәпләнә. Ә “Иң яҡшы китапханасы” исеменә Ниғәмәт ауылы китапханасыһы Гөлбикә Киекбаева лайыҡ булды. Уларға аҡсалата премия тапшырылды.

Халыҡ мәнфәғәте хаҡына булған фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Ләлә Тләүсинаны һәм Гөлбикә Кейекбаеваны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Әйткәндәй, уларҙың икеһе лә "Һаҡмар" гәзитенең тоғро дуҫтары ла. Һәр ваҡыт гәзитебеҙгә яҙылыуҙа ҙур ярҙам күрһәтәләр. Китапханасыларыбыҙҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!

Баймаҡ китапханасылары – иң яҡшыһы!
Баймаҡ китапханасылары – иң яҡшыһы!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас