Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Китап байрамындағы "Изге подписка" хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы.
- Яугирҙәребеҙ ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк, шул иҫәптән рухи яҡтан да. Акцияны ихлас күңелдән күтәреп алдым,- тине ул.
Китап байрамының һәр көнөндә лә гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Бының өсөн "Китап" нәшриәтенең стенды янына килергә кәрәк. Яҙылыусылар араһында киске сәғәт 6-ла приздар уйнатыла. Акцияла баҫмаларға ярты йылға йәки күберәккә яҙылғандар ҡатнаша ала.
https://resbash.ru/news/kultura/2024-05-25/azat-badranov-prinyal-uchastie-v-aktsii-dobraya-podpiska-na-yarmarke-kitap-bayram-3783687