Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Май 2024, 08:05

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтә?

Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән 0, -5°, көндөҙ +20, +25°, көньяҡ-көнсығышта +15°...

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтә?Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтә?
Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтә?

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, шәмбе, 25 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, төндә талғын, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән 0, -5°, көндөҙ +20, +25°, көньяҡ-көнсығышта +15°.

Йәкшәмбе, 26 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +15, +20°, көньяҡта +25°.

Бөгөн, 24 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана.  Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы +10, +15°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас