Новости
24 Май 2024, 04:50

«Йөрәгемде һөнәремә бирәм»

Сираттағы конкурс тап шулай аталды. Бында барлығы 11 конкурсант үҙен һынап ҡараны. 

«Йөрәгемде һөнәремә бирәм»«Йөрәгемде һөнәремә бирәм»
«Йөрәгемде һөнәремә бирәм»

Сираттағы конкурс тап шулай аталды. Бында барлығы 11 конкурсант үҙен һынап ҡараны. Бәйге «Дефиле», «Сәләмләү», «Разминка», «Минең хобби», «Үҙ һөнәрем менән ғорурланам» тип аталған һынауҙарҙан торҙо. 

Конкурсанттарҙы Йәштәр эштәре буйынса комитеты директоры Гөлсинә Фирғәт ҡыҙыСирғәлина, Район хакимиәтенең дөйөм бүлек мөдире Земфира Хәсән ҡыҙы Яхина, халыҡ ижады үҙәгендә агитация мәҙәни бригадаһының төп методисы Ғәлинур Хәләф улы Хәмитов баһаланы. 

Шулай итеп, Гран-приға һәм «Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2024» исеменә «Миләш» балалар баҡсаһы физик культура буйынса инструкторы Анастасия Сергеевна Котышева лайыҡ булды. Шулай уҡ Гран-при һәм «Эшсе - 2024» исеме Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Инйәр Искәндәр улы Биктимеровҡа бирелде. 

«Күбәләк» балалар баҡсаһынан Көнһылыу Илшат ҡыҙы Юнысбаева менән Мерәҫ ауыл советы хакимиәтенең землеустроителе Алтынсура Өлфәт улы Ямантаев 1-се урынды, 5-се мәктәптең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Юлиә Ринат ҡыҙы Дәүләткилдина - 2-се урынды, "Йылылыҡ селтәре" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе Зөбәржәт Ғәзиз ҡыҙы Байегетова 3-сө урынды алды.

«Һөнәри оҫталыҡ өсөн» номинацияһында «Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлсиә Миңлехат ҡыҙы Бикмырҙина, «Уңышҡа ынтылыш өсөн» номинацияһында «Айыуҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлсиә Риф ҡыҙы Раймәнова, «Маҡсатҡа ынтылышлылыҡ һәм эш һөйөүсәнлек өсөн» номинацияһында МФЦ-ның оператив төркөмөнөң баш белгесе Мәҙинә Хәмзә ҡыҙы Ғайсина , «Юғары хеҙмәт әүҙемлеге өсөн» номинацияһында 3-сө мәктәп директорының тәрбиә буйынса советнигы Дилүзә Марат ҡыҙы Ҡәйепова, «Үҙенсәлекле профессионаллек өсөн» номинацияһында район хакимиәтенең мәғариф бүлеге программисы Таңсулпан Заһир ҡыҙы Дәүләткилдина еңеү яуланы.

Ҡотлайбыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас