+24 °С
Ямғыр
Йомаш мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларына ла бөгөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Быйыл мәктәпте дүрт уҡыусы тамамланы. Дин һәм иман юлын үҙ иткән, спортты яратҡан Әбдүлғәзиз Юнысбаевҡа Йомаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Райманова үҙенең премияһын тапшырҙы. Хәҙисә Зәки ҡыҙы әйтеүенсә, был премия киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.