Урман фонды биләмәһендә 17 апрелдән 23 майға тиклем биш урман янғыны теркәлгән. Уларҙың барыһы ла халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Урман янғындарынан үткән дөйөм майҙан 15,9 гектар тәшкил итә. Уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән, тип хәбәр иттеләр БР урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Һүндерелгән янғындар:
Тирлән урмансылығы территорияһында (Арша участка урмансылығы) 11,4 гектар майҙанда 17 кеше һәм республика урман хужалығы министрлығының 9 берәмек урман янғын һүндереү техникаһы эшләгән.
Баймаҡ урмансылығы территорияһында (Этҡол участка урмансылығы) 3,1 гектар майҙанда 17 кеше һәм БР урман хужалығы министрлығының 5 берәмек урман янғын һүндереү техникаһы эшләгән.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 23 майға Башҡортостанда 3-4-се класлы янғын хәүефе фаразлана:
Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Учалы, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл Райондарында – 3-сө класс.
Әлшәй, Бүздәк райондарында-4-се КЛАСС.
Башҡортостанда урман хужалыҡтары юғары янғынға ҡаршы әҙерлек режимына күсерелгән.