Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Мая 2024, 05:35

Мутлашыусылар хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың яҡындарын алдай башлаған

Мутлашыусылар хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың туғандарын алдай башланы.  Телефон аферистары шылтыратып йәки хат яҙып, уларҙың аҡсалата тәьминәтенән 195 мең һум тотоласағын хәбәр итә...

Мутлашыусылар хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың яҡындарын алдай башлағанМутлашыусылар хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың яҡындарын алдай башлаған
Мутлашыусылар хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың яҡындарын алдай башлаған

Мутлашыусылар хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың туғандарын алдай башланы.  Телефон аферистары шылтыратып йәки хат яҙып, уларҙың аҡсалата тәьминәтенән 195 мең һум тотоласағын хәбәр итә. Был РФ Президенты указына ярашлы хәрбиҙәргә тейешле бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме.  Ышаныслыраҡ булһын өсөн мутлашыусылар мессенджерға Рәсәй Оборона Министрлығының финанс тәьминәте департаменты бойороғонан "күсермә" ебәрә.

Аҡсаны иҫәптән сығармаҫ өсөн, мутлашыусылар хәрби хеҙмәткәргә йәки уның туғандарына бөтә тупланмаларҙы картанан "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә тәҡдим итә, ә һуңынан аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә итә. Аҡса алғас, телефон мутлашыусылары юғала.

Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас