Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май 2024, 13:10

Ҡыҫҡа ваҡытлы күтәрелеүҙән һуң һауа температураһы йәнә түбәнәйә

Майҙың һуңғы декадаһында Башҡортостанда һауа температураһы норманан 4° түбән буласаҡ, тип фаразлай синоптиктар...

Ҡыҫҡа ваҡытлы күтәрелеүҙән һуң һауа температураһы йәнә түбәнәйәҠыҫҡа ваҡытлы күтәрелеүҙән һуң һауа температураһы йәнә түбәнәйә
Ҡыҫҡа ваҡытлы күтәрелеүҙән һуң һауа температураһы йәнә түбәнәйә

Майҙың һуңғы декадаһында Башҡортостанда һауа температураһы норманан 4° түбән буласаҡ, тип фаразлай синоптиктар.

«Быйыл майҙа республикала йәшәүселәрҙе йылы һауа торошо ҡыуандырмай. Уҙған осорҙа республикала һауа температураһының ярайһы уҡ кире аномалиялары күҙәтелде. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, майҙың һуңғы декадаһында уртаса һауа температураһы норманан 4° түбән булған һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ.

Ҡыҫҡа ваҡытлы күтәрелеүҙән һуң һауа температураһы йәнә түбәнәйә. Сираттағы һалҡын фронт эш аҙнаһының аҙағында төндә республиканың күпселек райондарында һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -1, -6° тиклем ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +10, +16° - тан юғары түгел. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ», — тип хәбәр ителә Башгидромет сайтында.

Алдағы ял көндәрендә республикала бер аҙ йылытасаҡ — һауа температураһы нормаға яҡынлашасаҡ, тип көтөлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас