Новости
22 Май 2024, 04:35

Нимә яҙғандар икән?

Өфөлә юбилей йылында 1974 йылда нигеҙ һалынған ваҡыт капсулаһы асырға йыйыналар...

Нимә яҙғандар икән?Нимә яҙғандар икән?
Нимә яҙғандар икән?

Өфөлә юбилей йылында 1974 йылда нигеҙ һалынған ваҡыт капсулаһы асырға йыйыналар. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 12 июндә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ваҡыт капсулаһын сығарыу һәм асыу тантанаһы була.

Үткән быуын вәкилдәренән хат 50 йыл элек, ҡаланың 400 йыллығы билдәләнгән йылда, һалынған. Капсула идеяһын комсомолдың ҡала комитеты секретары Валерий Ижорский тәҡдим иткән. Замандаштарының хәтерләүе буйынса, капсула ярты метр самаһы оҙонлоҡтағы ҡағыҙ төргәген хәтерләтә. Уны Башҡортостанда ҡойолған суйын корпусҡа һалғандар.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-05-21/12-iyund-f-l-va-yt-kapsula-yn-asalar-3776779

 

Автор:
Читайте нас