Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май 2024, 10:35

Көн ҡасан рәтләнер икән?

23 майҙа Башҡортостанда хәүефле һәм насар метеорологик күренештәр көтөлә: төндә республикала һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -3 градусҡаса ҡырау төшөүе, ә көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе фаразлана...

Көн ҡасан рәтләнер икән?Көн ҡасан рәтләнер икән?
Көн ҡасан рәтләнер икән?

23 майҙа Башҡортостанда хәүефле һәм насар метеорологик күренештәр көтөлә: төндә республикала һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -3 градусҡаса ҡырау төшөүе, ә көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе фаразлана.

БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеү менән смс — хәбәрҙәр урындағы халыҡтың телефондарына ебәрелгән дә инде.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, көньяҡта бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы төндә +2, +7, көндөҙ +11, +16 градус тәшкил итәсәк. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас