Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май 2024, 10:00

Эт ике йәшлек балаға һөжүм иткән

Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, уны ҡотҡарып булмаған...

Баҡалы районында тәфтишселәр эт һөжүме арҡаһында балаға үлем килтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 20 майҙа кис шәхси хужалыҡ биләмәһендә бәйләнгән йорт хайуаны 2 йәшлек 10 айлыҡ ҡыҙға һөжүм итә. Ҡыҙының ҡысҡырыуына әсәһе йүгереп килә һәм этте ҡыуып ебәрә. Ҡот осҡос йәрәхәттәр менән баланы дауаханаға алып киләләр. Табиптар зыян күргән ҡыҙға квалификациялы ярҙам күрһәтә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған йәрәхәттәре үлемесле була.

Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Эттең ҡотороҡ ауырыуы менән ауырыуы ла ихтимал, тип билдәләйҙәр. Бәләкәсен юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Тиҙҙән оҙайлы йәйге каникул башлана. Балаларығыҙға һаҡланыу саралары тураһында иҫкәртегеҙ.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас