Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май 2024, 09:45

Бурыслыларҙың берҙәм рееестры булдырыла

Был алимент түләмәүселәргә ҡағыла. Түләмәүселәрҙең мәғлүмәттәре бурысты тулыһынса ҡаплағанға тиклем асыҡ ҡулланылышта буласаҡ...

Федерация Советы алимент йөкләмәләре буйынса бурыслылар реестрын булдырыу йәһәтенән законды бер тауыштан хупланы. Документ балиғ булмаған балаларҙы йәки 18 йәше тулған эшкә яраҡһыҙ балаларҙы йәки эшкә яраҡһыҙ ата-әсәләрҙе ҡарауға аҡса түләмәгән өсөн административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырылған алимент буйынса бурыслылар тураһында мәғлүмәттәрҙе индереүҙе күҙ уңында тота.

Федерация Советының телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, алимент буйынса бурыслыларҙың айырым реестры Федераль суд приставтары хеҙмәтенең башҡарма производстволар мәғлүмәт банкының бер өлөшө булып торасаҡ. Түләмәүселәрҙе эшкә урынлаштырыу тураһында актуаль мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенә дәүләт власы органдарынан һәм дәүләт бюджеттан тыш фондтарынан тейешле мәғлүмәтте автомат рәүештә һорап алыу вәкәләте бирелә. Бынан тыш, бурыслыға реестрға индереү йәки тәүлек эсендә унан сығарыу тураһында хәбәр ителәсәк. Түләмәүселәрҙең мәғлүмәттәре бурысты тулыһынса ҡаплағанға тиклем асыҡ ҡулланылышта буласаҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас