+24 °С
Ямғыр
Йомаштан да күстәнәстәрҙе ҡабул итегеҙ!
Йомаш ауылы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күстәнәстәрен әҙерләне. Айырыуса, Зифа Иҫәнова етәкселегендәге “Ағинәйҙәр” йәмғиәте ҙур әүҙемлек күрһәтте. Фәриға Иҫәндәүләтова тыуған яҡта үҫкән һәм киптерелгән дарыу үләндәрен тапшырҙы. Һуңынан изге теләктәрен еткереп, доғаларын уҡыны.
Гуманитар ярҙам яугирҙәребеҙгә барып етеп, тыуған яҡтың сәләмен ҡабул итһендәр.