Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Май 2024, 09:00

Ауыл биләмәләрен үҫтереү өсөн аҡса бүленә

Башҡортостан 2024 йылда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 29 миллион һум аласаҡ...

Башҡортостан 2024 йылда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 29 миллион һум аласаҡ. Аҡса ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтеләсәк, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

"Төбәккә иң ҙур сумманы бүлеү Башҡортостандың "Ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү" йүнәлешендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булып ҡалыуына бәйле, — тип аңлатма бирә БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — 2023 йылда 106 ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе 23,6 миллион һумға яҡын суммаға дәүләт ярҙамы алды. Һөҙөмтәлә 308 студент практика үтте, 160 белгес белем алды. Күрһәткестәр буйынса Был Рәсәй субъекттары араһында иң яҡшы һөҙөмтә».

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас