+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда 21 майҙа төндә урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -2°тиклем ҡырау төшөүе фаразлана. Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 3-8 метрға иҫә. һауа Температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +18, +23°.
Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.