Новости
20 Май 2024, 03:55

Афарин, "Колибри"!

Батыр яу ҡыҙы сираттағы наградаға лайыҡ булды...

Афарин, "Колибри"!Афарин, "Колибри"!
Афарин, "Колибри"!

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең шәхси битләүегендә яҙып сыҡты.

- Яҡташыбыҙ "Колибри" позывнойлы медик сираттағы награда - «Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын алыуы менән ҡотлайбыҙ. Миҙал менән экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарған өсөн граждандар бүләкләнә. Ул үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, һуғыш яланындағы яугирҙәребеҙҙе ҡотҡарған.
Батыр яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Әсәләрҙең һәм ҡатындарҙың доғалары һеҙҙе бәлә-ҡазанан һаҡлаһын. Беҙ һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас