+21 °С
Болотло
Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Төньяҡ Кореяға сәфәре әҙерләнә. Был хаҡта ТАСС агентлығына дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе.
Һуңғы тапҡыр Путин Төньяҡ Кореяла 2000 йылда була, ул саҡта Пхеньянда Ул Ким Чен Ындың атаһы Ким Чен Ир менән осраша. Һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса дәүләт башлыҡтары Рәсәйгә йәки КХДР-ға ҡарата агрессия ҡурҡынысы янаған осраҡта «тиҙ арала бер-береһе менән бәйләнешкә инергә»килеште.