Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Май 2024, 06:05

Бөгөн СПИД-тын вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ВИЧ — инфекциялылар араһында ир-егеттәр өҫтөнлөк итә-55,6%. Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең 90 проценттан ашыуы — эшкә яраҡлы йәштәгеләр. Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге хәбәр итеүенсә, ВИЧ-инфекция менән сирләүҙең иң юғары күрһәткестәре Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, шулай уҡ Әбйәлил, Дыуан, Әлшәй, Благовещен, Балаҡатай, Бөрө, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Ғафури һәм Мәсетле райондарында теркәлгән.

Бөгөн бөтә донъяла Халыҡ-ара СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнөн билдәләйҙәр. Йыл һайын майҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә иммунодефицит синдромы ҡорбандарын иҫкә алалар һәм ВИЧ менән йәшәүселәргә теләктәшлек белдерәләр.

Бынан тыш, был көн йәмғиәткә ВИЧ-инфекция менән бәйле проблемаларға иғтибар итергә, кеше иммунодефициты вирусы йоҡторған кешеләргә ҡарата дискриминацияны булдырмаусы кәрәкле мөхит булдырыуҙа ҡатнашырға һәм ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү һәм дауалау, ҡарау һәм ярҙам буйынса хеҙмәттәр мохтаждарға асыҡ булһын өсөн глобаль маҡсатҡа өлгәшеүгә өлөш индерергә саҡыра.

Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһы проблемаһы, ауырыуҙың тотороҡлолоғона ҡарамаҫтан, көсөргәнешле булып ҡала. ВИЧ әлеге ваҡытта республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында асыҡланған. Бөгөнгө көндә ВИЧ-инфекциялы кешеләр һаны 21 меңдән саҡ ҡына күберәк. ВИЧ-инфекция менән сирләүҙең иң юғары күрһәткестәре Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, шулай уҡ Әбйәлил, Дыуан, Әлшәй, Благовещен, Балаҡатай, Бөрө, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Ғафури һәм Мәсетле райондарында теркәлгән.

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге хәбәр итеүенсә, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 1396 пациентҡа «ВИЧ-инфекция» диагнозы ҡуйылған. Былтыр ВИЧ-инфекция менән сирләү күрһәткесе 100 мең кешегә 34,2 тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн, 2022 йылда был күрһәткес 34,7, 2021 йылда 40,7 тәшкил итә.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ВИЧ — инфекциялылар араһында ир-егеттәр өҫтөнлөк итә-55,6%. Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең 90 проценттан ашыуы — эшкә яраҡлы йәштәгеләр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас