Ут эсенән сыҡҡан танкист
Ҡулыма Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәитзада Зиннур улы Исмәғиловтың 1997 йылдың 13 февралендә үҙ ҡулдары менән яҙып ҡалдырған көндәлеге килеп эләкте. Унда яугирҙең фронт юлдары һәм тыныс тормоштағы хәтирәләре теркәлгән. Көндәлектә яҙылғандарҙы тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Айырыуса һуғыш тураһындағы хәтерләүҙәрен. Унда яҙылғандарҙы ҡыҫҡартып бирәбеҙ.
“Мин, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Исмәғилов Сәитзада Зиннур улы, 1919 йылда Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауыл Советының Таулыҡай ауылында тыуғанмын. Милләтем – башҡорт. Таулыҡайҙа өс класс белем алдым. 1931 йылда атайым репрессияға эләкте. Һөҙөмтәлә беҙҙе Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһына оҙаттылар. Шунлыҡтан 4-се һәм 5-се класты татар телендә уҡыным. Ә 6-сыға рус класына күсерҙеләр. Русса белмәү сәбәпле, мине көҙгө һынауға ҡалдырҙылар. Ә мин мәктәпте ташлап, ФЗУ-ға киттем дә барҙым. Унда электромонтер һөнәре алып сыҡтым. 1937 йылда атайымды ғәйепһеҙ, тип табып, ярлыҡанылар. Һөҙөмтәлә беҙ ғаиләбеҙ менән Ҡараталға күсеп ҡайттыҡ. Тәүҙә ошонда уҡ эшләнем. Һуңынан Аҡморонда тракторсылар курсын тамамланым. 1939 йылда хәрби сафҡа алыныу өсөн медицина тикшеренеүе үттек. Күҙем насар күреү сәбәпле “аҡ” билет бирергә булдылар. Уны барып алманым, ғәрләндем.
Беҙҙең йылғылар армиянан ҡайтырға ваҡыт етте, тигәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. “Аҡ” билетты алмағасым, 1942 йылда миңә лә повестка килде. Иртәнге сәғәт 9-ға барыуыма военкомат алды тулы кеше ине. Повестканы һуңлап алыуым сәбәпле, медкомиссия үтеп өлгөрмәгәйнем. Врач мине ҡарағандан һуң, насар күреүем сәбәпле, фронтҡа ебәрмәйәсәге хаҡында белдерҙе. Ләкин ныҡышып, һуғышҡа барасағымды әйттем. “Годен” тип яҙмайынса һеҙҙе лә кабинеттан сығармайым, үҙем дә сыҡмайым, тип ҡаты торҙом. Шулай итеп, теләгемә ирештем. Военком миңә сәғәт 2-гә килергә ҡушты. Ҡайта һалып, юлға икмәк алырға булдым. Өйҙә Тәғзимә һеңлемдән тыш бер кем дә юҡ ине. Аҡморондан икмәк барып алып, сәғәт 2-лә военкомат алдында баҫып тора инем. Беҙҙе Алкиноға ебәрҙеләр. Унда аҙна-ун көн тирәһе пулеметтан атырға өйрәттеләр.
Хәрби ант биргәндән һуң Брянск фронтына оҙаттылар. Беҙҙе 654-се уҡсылар полкына тәғәйенләнеләр. Батальонда мине элемтәсе итеп ҡуйҙылар. Тәүге һуғышҡа ингән ваҡытымды яҡшы хәтерләйем. Иртә таң менән артәҙерлек башланды. Снарядтар шартлауынан ер һелкенә, ярсыҡ ҡатыш тупраҡ әллә ҡайҙа сәсрәп китә, күк күкрәй... Ер шары түңкәрелер һымаҡ, ҡурҡыныс... Беҙ “Ура!” һөрәнләп алға ташландыҡ. “Ил өсөн!”, “Еңеү өсөн!”, “Сталин өсөн!” тип ҡысҡырып нәфрәтләнеп алға ынтылдыҡ. Ул һуғышта күп кенә яуҙаштарымды юғалттым. Иң ауыры шул булды.
Ике тапҡыр фашистар тылына үтеп инеп, разведкала йөрөп ҡайттым. Һуңынан мине батальон командиры урынбаҫарына һаҡсы итеп беркеттеләр. 1943 йылдың 28 ғинуарында мине полкка саҡырттылар. Колхозда тракторист булып эшләгәнемде белеп, танкист булырға тәҡдим иттеләр. Курс үтергә беҙҙе Владимир ҡалаһына уҡырға ебәрҙеләр. Элемтәсе булып хеҙмәт иткәс, мине радист-пулеметсы итеп беркеттеләр. Ошо уҡ йылдың 2 июлендә курсты тамамланыҡ. Артабан 195-се танк батальонының 95-се танк бригадаһы составында һуғышҡа индек. Днепр буйында Башҡорт атлы дивизияһы яулаған плацдармда бергә һуғыштыҡ. Күп кенә танкт сафтан сыҡты, беҙҙең дә ҡорос атыбыҙ янды. Бындағы һуғыш барышында күрһәткән ҡыйыулыҡ өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланылар. Днепрҙы аша сыҡҡанда беҙҙең танктарҙы ике кәмәне бергә ҡуша бәйләп, өҫтөнә таҡта түшәлгән ҡоролмала сығарҙыҡ. Бөтәбеҙ ҙә имен генә сығып еттек.
1943 йылдың декабрендә мин комсомолға индем. Ура!
Беҙ Белорусь ерендә. Бабруйск ҡалаһын азат итеү өсөн 1-се Белорусь фронтында һуғышабыҙ. Дошмандар көтмәгән ерҙән һөжүмгә әҙерләнәбеҙ. Батҡаҡлыҡ булған ерҙән сығырға тейешбеҙ. Саперҙар юлды тикшереп, ағас түшәп барҙы. Беҙ шул ерҙәрҙе үтеп, һөжүм иттек. Беҙҙең танктың артҡы күперенә снаряд төшөп, яна башланыҡ. Ҡом һибеп һүндереп алдыҡ. Ләкин техникабыҙ йөрөрлөк түгел ине. Беҙҙе һөйрәтеп кире артҡа алып киттеләр. Командирыбыҙ контузия алған ине, уны госпиталгә оҙаттыҡ. Танкты ремонтлап, үҙебеҙҙекеләрҙе ҡыуып еттек. Бында күп кенә фашистар пленгә төштө.
Бабруйск, Минск, Барановичи, Слоним, Брест ҡалаларын немец фашистарынан азат иткән өсөн юғары командование Рәхмәт белдерҙе. Көнбайыш Белоруссия һуғышы өсөн Ҡыҙыл Йондаҙ ордены тапшырҙылар.
Брест ҡалаһынан һуң, Польша сигенә индек. Бер төркөм бала-саға, халыҡ ҡыуана-ҡыуана, ҡулдарын болғай-болғай ҡаршы йүгерә. Совет һалдаттарын улар шулай ҡыуанып ҡаршы алыуҙарына беҙҙең дә күңелдәр күтәрелеп китте. Польша ерендә 7 авгусҡа тиклем һуғыш алып барҙыҡ. Ошонда миңә өлкән сержант званиеһы бирҙеләр.
1945 йылдың ғинуарында яңы танк тапшырҙылар. Беҙҙе Висла-Одер операцияһына йәлеп иттеләр. Был Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан мөһим һуғыштарҙың береһе ине. Өс танкты разведкаға тәғәйенләнеләр. Познань ҡалаһына барырға тейеш инек. Ләкин немецтарҙың көслө утына эләктек. Беҙҙең дә танк янды. Взвод командиры ҡаты яраланды. Мин икенсе танкка күсеп ултырҙым. Ләкин тағы ла снаряд килеп төшөп, танктың башняһын алып ырғытты. Шунда ике экипаж да һәләк булды. Танкты ҡайтанан ремонтлап, тағы ла һуғышҡа индек. Висла-Одер операцияһында ҡатнашҡан өсөн мине ике тапҡыр наградаға биргән булғандар. Ләкин улар килеп етмәне. Бары тик “Отличный танкист” знагын ғына алдым.
Шиғыр ҙа килеп тыуҙы әле:
Танкылар һөжүм итә,
Бер туҡтауһыҙ ата-ата.
Тап булған һәр ҡаршылыҡты
Тапап-емереп үтә.
Беҙгә тағы ла яңы танк бирҙеләр. Берлинға тиклем 60 километр ҡалды.
Немец фашистарын тулыһынса капитуляциялауға ике көн ҡалғас, беҙҙең һуңғы танкты сафтан сығарҙылар. Берлиндың бер урамына барып ингәйнек, танк һүнеп, туҡтап ҡалды. Ҡабат тоҡанмай ҙа ҡуя. Баҡтиһәң, радиаторҙы, двигателде үтәнән-үтә атҡандар. Танкты һөйрәтеп, бер станцияға алып барып ултырттыҡ.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырҙылар.
9 май! Еңеү! Еңеү!
Беҙҙең совет халҡы Еңеү яуланы. Ауыр һынауҙар үттек. Тылда - фиҙаҡәр хеҙмәт менән, фронтта батырлыҡ менән! Килде шатлыҡ, 9 Май! Халыҡ бер-береһен ҡосаҡлап ҡыуана ла, илай ҙа. Ҡыуанып та иларлыҡ шул. Немец фашистарын үҙ өңөндә тар-мар итеп, Бөйөк Еңеүҙе яулап алдыҡ! Әрнеп тә генә иларлыҡ шул. Нисәмә йыл барған дәһшәтле һуғыш миллиондарса ҡорбан менән яуланды.
Һуғыш бөткәс, танкыларҙы Польшаға оҙатып барҙыҡ. Унда ремонтларға тейештәр. Ә беҙҙе кире Германияға ебәрҙеләр. Ләкин үҙ бригадама эләкмәнем. Шунлыҡтан наградаларымды ла ала алманым. Һуңынан “Берлинды алған өсөн”, “1941-1945 фашистик Гернманияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеләр.
Дрезден ҡалаһы эргәһендә учебный полк ойошторҙолар. Мине 76-сы гвардия механика полкына тәғәйенләнеләр. Радистарҙы, механик-водителдәрҙе тағы ла бер йылға алып ҡалдылар.
1946 йылдың сентябрендә генә тыуған яҡтарға ҡайтырға насип булды...”
Сәитзада Исмәғилов тыныс тормошта ла ең һыҙғанып фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Баймаҡ ҡалаһында көс станцияһына килә һәм моторист булып эшләй башлай. Бер үк ваҡытта слесарь, ҡаҙанлыҡта кочегар булып та йөрөй. Өс йылдан һуң Ҡаратал ауылына кире ҡайта һәм слесарь булараҡ та, хужалыҡтың төрлө эштәренә лә йәлеп ителә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Сәитзада Исмәғилов 2001 йылда вафат булып ҡала.
Лилиә ТАКАЕВА.