Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Май 2024, 05:15

Иғтибар! Туристар өсөн ҡағиҙәләр раҫланды

Видео һәм фото төшөрөү хайуандарҙы борсомаҫҡа һәм тәбиғәткә йоғонто яһарға, шулай уҡ профилле учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҡамасауларға тейеш түгел...

Иғтибар! Туристар өсөн ҡағиҙәләр раҫландыИғтибар! Туристар өсөн ҡағиҙәләр раҫланды
Иғтибар! Туристар өсөн ҡағиҙәләр раҫланды

Башҡортостан хөкүмәте туристар өсөн, шул иҫәптән республика әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә, ҡағиҙәләр раҫланы. Тейешле ҡарарға БР Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Рәсми документтан күренеүенсә, туризм өсөн махсус йыһазландырылған урындар һәм маршруттар һауа торошон, ер ландшафтын, рекреацион йөкләмәнең тигеҙ бүленеүен һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алып билдәләнергә тейеш.

Транспорт һәм махсус ҡорамалдарҙы биологик төрлөлөктөң һәм айырым экосистемаларҙың һаҡланыуына хәүеф тыуҙырмаҫлыҡ итеп ҡулланырға кәрәк. Видео һәм фото төшөрөү хайуандарҙы борсомаҫҡа һәм тәбиғәткә йоғонто яһарға, шулай уҡ профилле учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҡамасауларға тейеш түгел. Квадрокоптерҙарҙан яҙыу, софиттар, яҡтылыҡ экрандары һәм башҡа ҡорамалдарҙы дәүләт ведомстволары һәм ғилми ойошмалар менән килешеп кенә ҡулланырға мөмкин. Ҡарар 1 сентябрҙә көсөнә инә һәм 2030 йылдың 1 сентябренә тиклем ғәмәлдә була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас