Башҡортостандан мобилизацияланған артиллерия полкы хәрбиҙәре дошмандарҙың Курахов йүнәлешендәге оборонаһын өҙә башланы. Башҡортостан яугирҙәренең эше тураһында махсус хәрби операция биләмәһендә төшөрөү төркөмө менән булған Башҡортостан ЮЛДАШ телеканалы журналисы Айнур Кәбиров һөйләне.
- Башҡорт артиллеристарына яуаплы бурыс йөкмәтелде, уларға ғәскәрҙәребеҙҙең алға барыуына тығыҙ ут менән ярҙам итергә кәрәк. Д-30 гаубицаһының артиллерия расчеты алты яугирҙән һәм водителдән тора. Яугирҙәр атыу күнекмәләрен ышаныслы белә, улар теүәл һәм һөҙөмтәле.
«Башҡорт» позывнойлы яугир гаубицаның өҙлөкһөҙ ут алып барырға мөмкинлек биреүе хаҡында һөйләне:
Беҙҙең гаубица ышаныслы. Күпме кәрәк, шул тиклем атабыҙ. Йөҙ залп булһа ла. Тыштан ул нимә менән генә ябылмаһын, әммә иң мөһиме, эсендәге һәм нисек эшләүе, прицел ҡулайламаһы.
Беҙҙең яугирҙәр батыр, сая, ҡыйыу булыуы менән айырыла. Имен-һау ғына ҡайтығыҙ, егеттәр!