+21 °С
Болотло
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт иткән коллегалары менән осрашты. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы яугирҙәре республикаға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. ЛНР-ҙа табиптар хәрби госпиталдәрҙә хеҙмәт итә. Улар Айрат Рәхмәтуллинға алғы һыҙыҡтағы эше һәм яралы яугирҙарҙы нисек эвакуациялауҙары тураһында һөйләне. Иң ауыры — яралыларҙы һуғыш яланынан сығарыу. Артабан эвакуация еңелерәк үтә. Пациенттарҙы Дондағы Ростов учреждениеларына алып барған санитар авиация бар.
Беҙҙең табиптар зонала яңы күнекмәләр алды. Автоматтан атырға, гранаталар ташларға өйрәнгәндәр, ә ялан госпитален хәҙер бер нисә минут эсендә асырға мөмкин.