Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Май 2024, 05:00

Иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуға тыйыу буласаҡ

Һуңғы ҡыңғырау, һабантуй, Йәштәр көнөндә иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу сикләнәсәк...

Май аҙағында-июнь башында Башҡортостанды алкоголь һатыуға сикләүҙәр көтә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Мәҫәлән, 24 майҙа, мәктәптәге һуңғы ҡыңғырау көнөндә, алкоголде һатыу тыйыла. Киләһе сикләү һабантуйҙар үткәреүгә бәйле, уларҙың тәүгеләре 25 майҙа Әбйәлил һәм Ғафури райондарында үтәсәк, әммә күпселек муниципалитеттарҙа һабан байрамы июндең беренсе яртыһында үткәреләсәк. Һабантуй көнөндә сикләүҙәр байрам үткән район сиктәрендә ғәмәлдә буласаҡ. Шулай уҡ Йәштәр көнөндә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу рөхсәт ителмәй. Ул июндең һуңғы шәмбеһендә йәки муниципалитеттар билдәләгән башҡа көндә билдәләнә. Алкоголь продукцияһын һатыуға сикләүҙәр дөйөм туҡланыу предприятиеларына: кафеларға, ресторандарға һ. б. ҡағылмай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас