Новости
16 Май 2024, 12:00

Һүгенеү һүҙҙәре өсөн яуап тотасаҡ

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Лада Калина» ның алғы быялаһын әҙәпһеҙ (һүгенеү) яҙыу менән биҙәгән водителде ҡулға алды. 21 йәшлек водитель быны ҡыҙыҡ өсөн эшләгәнен аңлата...

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Лада Калина» ның алғы быялаһын әҙәпһеҙ (һүгенеү) яҙыу менән биҙәгән водителде ҡулға алды. 21 йәшлек водитель быны ҡыҙыҡ өсөн эшләгәнен аңлата. Шулай уҡ был уның берҙән - бер боҙоуы түгеллеге асыҡлана. Йәш кешенең страховкаһы булмай, ә машина быялалары артыҡ ныҡ тонировкаланған була.

Уға ҡарата полиция хеҙмәткәрҙәре административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында өс протокол төҙөй, яза итеп административ штрафтар тәғәйенләнә. Бынан тыш, эш материалдары судҡа тапшырыла. Октябрьский район суды ирҙе өс тәүлеккә административ ҡулға алды. "Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы водителдәрҙе автомобилдәргә әҙәпһеҙ яҙыуҙар яҙыу хулиганлыҡ тип баһалана һәм административ язаға тарттырыла тип иҫкәртә", - тип билдәләнеләр ведомствола.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас