+21 °С
Болотло
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙ битләүегендә яҙып сыҡты:
- Бөгөн Рәсәй ДОСААФ - ы төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов, рәйестең беренсе урынбаҫары Рәйес Насыров менән Рәсәй ДОСААФ -ы киләсәге, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, төрлө хәрби-иҫәп белгестәре буйынса егеттәр һәм ҡыҙҙар әҙерләү тураһында фекер алыштыҡ. Шулай уҡ төбәк етәкселеге билдәләүенсә, Баймаҡ районының Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы бүлексәһе хәрби-иҫәп һөнәре буйынса курсанттар һәм күмәк техник һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләү буйынса республикала алдынғы булып тора.