Социаль селтәрҙәрҙә руль артына ултырыу тыйылған дарыуҙар исемлеге таралып китте. Исемлектә 74 препарат, шул иҫәптән ауыртыуҙы баҫа торған, вирусҡа ҡаршы һәм йөрәктән, аллергияға ҡаршы популяр дарыуҙар бар. Текста, әгәр уларҙы водитель ҡанында тапһалар, 30 мең һум штраф һалынасаҡ, тип әйтелә.
"Рәсми рәүештә белдерәбеҙ: тәҡдим ителгән дарыуҙар исемлеге норматив акт проекты түгел, шулай уҡ уны боҙған өсөн ниндәй ҙә булһа тыйыу йәки санкция билдәләмәй. Ғәмәлдәге ҡануниәттә тейешле исемлекте билдәләү өсөн положениелар юҡ. Седатив, психотроп матдәләр, наркотик анальгетиктар һәм/йәки этил спирты һ.б. булған дарыуҙар исемлеге мәғлүмәт характерында», - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министрлығында иҫкә төшөрҙөләр: ҡайһы бер дарыуҙар автомобиль менән идара итеү һәләтенә кире йоғонто яһай ала, сөнки реакция тиҙлеген кәметә.