Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Май 2024, 09:20

Татарстанда пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргәндәр

Украинаның пилотһыҙ осоу аппараты Татарстан Республикаһы территорияһында юҡ ителде", - тиелә рәсми хәбәрҙә...

Татарстанда пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргәндәрТатарстанда пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргәндәр
Татарстанда пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргәндәр

Татарстанда пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргәндәр. Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дрон Мәскәү ваҡыты буйынса 7.30 тирәһендә һауанан оборона саралары менән юҡ ителә. 

"Украинаның пилотһыҙ осоу аппараты Татарстан Республикаһы территорияһында юҡ ителде", - тиелә рәсми хәбәрҙә. Ошоға бәйле Ҡазан һәм Түбәнге Кама аэропорттары ваҡытлыса самолеттарҙы ҡабул итмәй һәм ебәрмәй, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Росавиацияла. Был «граждан һауа судноларының осоштары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү» өсөн эшләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа пилотһыҙ аппарат Башҡортостанда Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына һөжүм иткәйне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас